Ҡунаҡ көткән кеүек көтөп алалар15.01.2019
Редакция почтаһындағы хат-хәбәрҙәргә күҙәтеү.

Йыл аҙағында редакция почтаһы һиҙелерлек йәнләнде: күптәр Яңы йыл алдынан үҙ төбәгендә үткән матур ваҡиғалар ҡыуанысы менән уртаҡлашырға теләне, бәғзеләр отош уйындарына гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияһын ебәреп, бәхетен һынап ҡарарға ашыҡты. Квитанция күсермәһенә ҡушып, матур теләктәрен, тәҡдимдәрен еткергән тоғро дуҫтарыбыҙҙың хат юлдарына күҙ һалайыҡ.

“Башҡортостан” гәзитен үт­кән быуаттың 50-се йылдары аҙағынан алдырам. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, тиҫтерҙәремдең яҙмышы, уларҙың күргән-кисер­гән­дәре тураһында уҡырға яратам. Яңы һанды ҡулға алыу менән иң тәүҙә оло быуын вәкилдәре ту­раһындағы мәҡәләләрҙе ҡара­йым, күптәрен уҡығанда күҙгә йәш тула. Һуғыш осоро балалары ветерандар ише йылдан-йыл кәмей, шуға күрә үҙҙәре иҫән саҡта улар хаҡында күберәк яҙһағыҙ ине...
Хәлит АБДРАФИҠОВ,
хеҙмәт ветераны.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
”.
* * *
“Бөгөн матбуғат баҫмалары­ның йәнең теләгәненә яҙылырға мөмкин. Әммә уларҙың тиражы­ның йылдан-йыл кәмеүе күңелде ҡыра. Бер гәзит-журнал да алдыр­маған таныштарымдан бының сәбәбен һорашҡаным бар. Яуаптар төрлөсә: аҡса етмәй, уҡырға ваҡыт юҡ һәм башҡалар. Мин йыл һайын дүрт-биш милли баҫ­маға яҙылам. Пенсияға ҡарап йәшә­һәм дә, аҡса ла еткерәм, уҡыр­ға ваҡыт та табам. Ә бит күптәр бөтмәҫ байрамдарҙы, тыу­ған көндәрҙе билдәләүгә, унан бигерәк өҫтәл тултырып иҫерт­кес эсемлек һатып алыуға аҡса йәлләмәй. Уларҙың да хаҡы арзан түгел бит: ике-өс шешәһе – ярты йыллыҡ гәзит хаҡы. Ә көн һайын 100-әр һумға тәмәке алыуға күпме сығым китә...
Матбуғат – ул кәңәшсебеҙ, уны уҡып күпме файҙа алырға мөмкин, милләт­тәштәрем ошо хәҡиҡәтте аңлаһын ине.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Өфө ҡалаһы
”.
* * *
“Башҡортостан”ды иҫ белгә­нем­дән алып уҡыйым. Гәзитте ҡунаҡ көткән кеүек көтөп алам. Уҡымлы гәзит сығарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Н. ХӘМИТОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы
”.
* * *
“Миңә 86 йәш, “Башҡортостан” гә­зитен 70 йылдан ашыу алдырам, унһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Бик йөкмәткеле, фәһемле гәзит.
Рәшит ИҘРИСОВ.
Ейәнсура районы
”.
* * *
Ишембайҙан Рәйлә ҠОЛМЫР­ҘИНА башланып торған яңы йылға изге теләктәрен шиғри юлдарға һалған:
“Хоҙай биргән ғүмер – беҙгә бүләк кенә,
Үтһә ине һәр бер йылыбыҙ
Һаулыҡ, иман, хәләл кәсеп менән.
Көтәбеҙ беҙ һинән
Зирәклек һәм айыҡ аҡыл,
Төклө аяғың менән кил һин, Яңы йыл!”

Ырымбур өлкәһенән Дауыт АМАНГИЛДИН сираттағы ялында Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында йәшә­гән туғандарына барып ҡайтыуы, туғаны Зилә Түләкова эшләгән мәктәптә осра­шыуҙа ҡатнашыуы, ундағы бай музей менән танышыуы тураһында яҙып ебәргән. “Музейҙың беҙҙе үткәндәр менән тоташтырған бер хазина икәнен ашыҡмай ғына экспонаттарҙы ҡараған­да тағы нығыраҡ аңлайһың. Зилә Дамир ҡыҙының был музейҙы ойоштороуға күп көс һалыуы билдәле. Музейҙағы экспонаттар араһында иң ҡиммәт­леләренең береһе – Яҡшымбәт ауылының зауыҡлы итеп эшләнгән шәжәрәһе”, – тигән юлдар бар хатта.

“Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина Башҡортостан Республикаһының халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап күләмле хеҙмәт башҡарҙы: республика йәмәғәтселеге “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә” тип аталған хәтирәләр китабын бик йылы ҡабул итте”, – тип башлана Мәликә МОРТАЗИНАНЫҢ хаты.

Артабан ул китап авторы менән Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында ойошторолған матур осрашыу, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан бейеү байрамы тураһында бәйән итә. “Китапҡа хоҙайбир­ҙиндар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Шулай бул­мауы мөмкин түгел, сөнки Тамара Шә­һит ҡыҙы иҫән сағында был ауылда йыш була, туғандары, атаһының ауылдаштары менән аралашып йәшәй”, – ти автор.

Ҡыйғы районынан Ләлә САҘРЕТ­ДИНОВА Туғыҙлы ауылында үткән ҡаҙ өмәһе, был матур йоланы атҡарыуға ҙур өлөш индергән Клара һәм Абдулбарый Ғирфановтарҙың тырыш ғаиләһе тураһында яҙып ебәргән. “Уңған ҡатын-ҡыҙҙар эште етеҙ генә башлап ебәрҙе. Иң тәүге булып ҡаҙ йолҡоуға, халҡы­быҙҙың яратҡан йыры “Ҡаҙ ҡанаты”н йырлай-йырлай, хужабикәнең әхирәте Сания Ғарипова тотондо. Уға Әлфирә Ғәниева, Фәриҙә Ғарипова, Фәнзирә Носратуллина, Фәнүзә Ғәниева, Юлиза Сәйфуллина ҡушылды. Улар барыһы ла – урындағы “Шишмәләр” фольклор ансамбле ағзалары, талантлылар һәм уңғандар”, – тип матур йоланың урын-еренә еткерелеп башҡарылыуы тураһында бәйән итә хат авторы.

Бөрйән районынан Сәйҙә СӘЙӘХОВА Яуымбай ауылы балалар баҡсаһының капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алыуы, бәләкәстәрҙең заманса йыһазлан­дырылған балалар баҡсаһына күсеп, ҙур шатлыҡ кисереүе хаҡында һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлаша.

“Яуымбай ауылында балалар баҡса­һын яңы бинаға күсереү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Был эште атҡарып сығыуҙа, әлбиттә, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаевтың һәм ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатовтың роле баһалап бөткөһөҙ булды. Улар икеһе лә – йүнселлекте йүгәнләгән һәләтле, ауылдаштарының тормошон яҡшыртыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән етәкселәр. Шулай уҡ эш барышында даими иғтибар бүлгән Бөрйән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәриповҡа, Ишморат Муллағолов етәкселегендәге Яуымбай филиалы коллективына, баҡсаның өлкән тәрбиәсеһе Ләйсән Медаеваға, мәктәпкәсә төркөм хеҙмәткәрҙәренә, ауылдағы ата-әсәләргә рәхмәт”, – тигән юлдар бар уның хатында.

Быйыл да редакциябыҙ почтаһы һеҙ­ҙең хат-хәбәрҙәр менән тулы булһын. Беҙ уларҙы гәзит биттәрендә баҫып, шат­лыҡ-ҡыуаныстарығыҙ менән уртаҡ­лашырбыҙ, хәсрәттәрегеҙҙе таратырбыҙ, һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙә ярҙам итергә тырышырбыҙ.


Вернуться назад