Ауылым ағинәйе15.01.2019
Йәнтөйәккә иман таратҡан кешеләр бар әле.

Иңдәренә аҡ яулығын һалып, ауылым урамынан әкрен генә атлап барған Мөслимә инәйгә ҡарайһың да күңелгә нур тула, йәнтөйәгемдә иман таратҡан, кәрәк саҡта фәһемле кәңәш биргән, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған ағинәйҙәр бар әле, тип шатланып ҡуяһың.

Аҡ яулығын һалып иңенә,
Аҡ инәйем атлай тын ғына.
Аҡ бәхеттәр, тик шатлыҡтар
Өләшә ул бары-барына.

Мөслимә инәй Мөхтәбәрова батырҙары менән дан алған, Рәмиҙәрҙе, Харистарҙы биргән Салауат районының Арҡауыл ауылында ғүмер кисерә. Дыуан районының Ҡәҙер ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы яҙмыш Салауат ере менән бәйләй. Ҡыйғы районы егете Сәмиғулла менән өйләнешеп, Салауат районына күсеп киләләр һәм ул ваҡытта гөрләп торған партия, комсомол тормошо менән янып йәшәйҙәр, береһенән-береһе матур, тәртипле, инсафлы биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Мөслимә инәй бөтә ғүмерен балаларға тәрбиә һәм белем биреүгә арнай – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте “Мәғариф отличнигы” билдәһе һәм бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. Уҡытыуҙан тыш, профсоюз комитеты эшен алып бара, уҡыусылар менән әҙәби түңәрәк ойоштора, стена гәзите сығара, балаларҙың ижади эштәрен республика баҫмаларына әҙерләп ебәрә.

83 йәшлек Мөслимә инәй бөгөн дә тынғыһыҙ тормош алып бара. Ауылдағы мәғариф ветеранда­рының һәр ҡайһыһына барып хәлен белә, осрашыуҙар ойоштора, ниндәй генә мәшәҡәт килеп тыуһа ла, ярҙам ҡулын һуҙырға тырыша. Уның йорто әллә ҡайҙан нур бөркөп ултыра.

Йәйгеһен ихатаһы сәскәләргә күмелә, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә уңа, ә өҫтәленән күпереп бешкән күмәс, ҡоймаҡ өҙөлмәй. “Әсәй” тип өҙөлөп торған балалары, “өләсәй” тип йүгереп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре, “инәй” тип хөрмәт иткән ауылдаштары ҙур ихтирам менән килә уға. Мөслимә инәй доғалар уҡый, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға өйрәтә, әллә нисә төрлө матбуғат баҫмаһын яҙҙыра, ундағы яңылыҡтар менән оло йәштәге әхирәттәрен таныштыра.

Ауылымдың ошондай ағинәй­ҙәренә һоҡланып та, ғорурланып та бағам. Уларға таҙалыҡ-һаулыҡ теләп, йәш быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.


Вернуться назад