Инйәрҙә “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторған “Парктар маршы-2012” фестивале уҙҙы.
Ғәҙәттәгесә, был оло тәбиғәт байрамына барлыҡ мәктәптәр тейешле кимәлдә әҙерләнгәйне. Ғәбдөк, Йөйәк, Берештамаҡ һәм Инйәр ауылының өс мәктәбе урындағы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә көс һынашты. Балаларҙың сығыштарын ҡурсаулыҡ директоры урынбаҫары Айҙар Насир улы Әлибаев етәкселегендәге жюри ағзалары баһаланы. Үҙҙәренең театр оҫталығын күрһәтеү буйынса эстафета таяғын 1-се Инйәр мәктәбе уҡыусылары командаһы алды. Әйткәндәй, был балаларҙы районда белмәгән кеше юҡтыр, сөнки бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Республика кимәлендә лә даими ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Әсәһе ниндәй, балаһы шундай тигәндәй, уҡытыусылары Рәмилә Мөҙәрис ҡыҙы Ғәликәева үҙенең тырышлығы, эшһөйәрлеге, саялығы һәм талапсанлығы менән күптәргә өлгө лә, терәк тә булып тора.
Һәр мәктәптең сығышынан һуң экология бүлеге балаларҙың йәшел мөхиткә бағышланған иң шәп һүрәттәре, фотоһүрәттәре, шиғыр, иншалары һәм тәбиғәт материалдарынан эшләнгән ҡул эштәре буйынса иң шәптәрҙе бүләкләне.
“Парктар маршы-2012” фестивалендә Йөйәк мәктәбе гран-приға лайыҡ булды.
Марат БӘХТЕЙӘРОВ,
“Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы белгесе.
Белорет районы.