Заман эшселәр талап итә15.01.2019
“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты һәләтле йәштәрҙе барланы.

“Ҡулдарында эш ҡоралы уйнап тора, ҡайһылай етеҙ, һәләтле ҡыҙ”, – тине белгестәр, ижади эшен илһамланып башҡарған Руфина Кәшәфетдиноваға һоҡланып. Эйе, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында талантлы, ижади йәштәр белем ала, тип ғорурланырға ныҡлы нигеҙ бар. Декабрҙә уҙған “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатында студенттарыбыҙ, ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтеп, ете миҙал яуланы.

Чемпионаттың төп маҡсаты – йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу арттырыу, заман талабына ярашлы йүнәлештәрҙе үҙләштереү. Даими үткәрелеп килгән был сарала Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы быйыл “Кирбес һалыу”, “Ташты архитектур эшкәртеү”, “Тимер ҡалай менән эш итеү”, “Ағас эшкәртеү”, “Буяу һәм биҙәү эштәре”, “Ҡунаҡхана эштәре” йүнәлештәрендә ҡатнашты.

Студентыбыҙ Руфина Кәшә­фетдинова, “Буяу һәм биҙәү эштәре” буйынса иң күп балл йыйып, алтын миҙалға лайыҡ булды. “Ағас эшкәртеү”ҙә Инсаф Төлкөбаев I урынға сыҡты, ә “Ташты архитектур эшкәртеү” йүнәлешендә Илнур Закиров алтын миҙалсылар рәтен тулыландырҙы. “Тимер ҡалай менән эш итеү” буйынса Андрей Леонов III урынды яуланы.

Әйткәндәй, чемпионаттың “Буяу һәм биҙәү эштәре” йүнәлеше Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҙҙы. Унда Октябрьский, Сибай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалала­рынан конкурсанттар ҡатнашты.

Быйыл беренсе тапҡыр был чемпионатҡа мәктәп уҡыусылары ла ҡушылды. Улар араһында ла бе­ренселек өсөн көрәш ҡыҙыу бар­ҙы. Уҡыусылар стенаны тигеҙләп буяу, заманса биҙәү буйынса оҫта­лыҡтарын күрһәтте. Был йүнәлештә Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Зарина Арғынбаева – I, 8-се мәктәптән Антон Власов II урынға лайыҡ булды. “Мода технологияһы” буйынса 14-се мәктәптән Гөлназ Йәнәлина III урынды яуланы.

– Чемпионат бик юғары кимәлдә ойошторолдо. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында булдырылған махсус үҙәк WorldSkills Russia чемпионатының бөтә талаптарына яуап бирә. Ғөмүмән, беҙгә Сибай бик оҡшаны, йәмле, матур ҡала. Был сара йәш һөнәрмәндәрҙең – талантлы, тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән, ижади йәштәрҙең күп булыуын асыҡ күрһәтте, – тине Липецк ҡалаһынан килгән белгес Елена Скоморохова.
Алтын миҙалға лайыҡ булған студенттарыбыҙҙы алда халыҡ-ара чемпионатта ҡатнашыр өсөн һайлап алыу туры көтә.



Вернуться назад