“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан — секундына 3-8 метр тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ 4-9, урыны менән 14 градусҡа тиклем һалҡын була.
16 ғинуар төнөндә Башҡортостанда ҡар яуа, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ иһә епшек ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Юлдарға көрт һала, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан. Һауа температураһы төндә 7-12, аяҙытҡанда 19 градусҡа тиклем, көндөҙ 1-6, көньяҡ-көнсығышта 11 градусҡа тиклем һалҡын.
17 ғинуарҙа синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын, буран сығыуын күҙаллай. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә 6-11, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 16, көндөҙ 4-9 градус һалҡын.