Сүп-сарға ла хужа табылды15.01.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй экология операторы” компанияһын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның ойоштороусыһы вәкәләттәрен Тәбиғәт министрлығына йөкмәтәсәктәр. Компания ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар әйләнеше системаһын булдырырға, сүп-сарҙың кеше һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә зыянын кәметергә, шулай уҡ сүп-сарҙы эшкәртеүҙе контролдә тоторға тейеш.

Оператор ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса норматив акт проекттарын әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ, сүп-сар полигондарына экспертиза үткәрәсәк, халыҡ-ара ойошмалар менән килешеү төҙөйәсәк. Компания шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү проектын тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итәсәк, ошондай проекттар өсөн дәүләт ярҙамы программаларын әҙерләйәсәк һәм уларҙы финанслауҙы контролдә тотасаҡ.

Хөкүмәткә бер ай эсендә операторҙың уставын һәм компанияның күҙәтеү советы тураһындағы положениены раҫларға ҡушылды. Өс ай эсендә компанияға тапшырыласаҡ федераль мөлкәтте билдәләргә кәрәк.

Быйылдан алып операторҙың эшмәкәрлеге ҡаҙнанан финансланасаҡ. 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем властар ҡаты ҡалдыҡтарҙы иҫәпләү буйынса берҙәм һәм төбәк системаларын булдырырға тейеш.

Былтыр декабрҙә ил башлығы 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә кәм тигәндә 200 сүп-сар эшкәрткән завод төҙөү кәрәклеге тураһында әйткәйне.



Вернуться назад