Дипломһыҙ табиптар15.01.2019
Ғалимдар кеше һаулығына, кәйефенә ыңғай йоғонто яһай торған биш хайуанды билдәләгән. Улар – бесәй, эт, ат, бал ҡорто һәм йылан.

Шулай ҙа улар араһынан бесәйҙе “иң яҡшы табип” тип атағандар. Стресс, эскелек, йө­рәк-ҡан тамырҙары ауы­рыуҙарынан, быуындар һыҙ­лауынан файҙаһы тейә. Көнөнә 20 минут бесәй янында булыу йөрәк тибешен һәм ҡан баҫымын көйләй икән.

Эте булған кеше күп ва­ҡытын саф һауала уҙғара. Был хайуандың хужаһына әүҙем, хәрәкәтсән булырға ярҙам итә. Ә күп йөрөү ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.

Өсөнсө урында – ат. Ул да стресҡа бирешеүҙән һаҡлай. Йылҡы терапияһы балаларҙа церебраль фалижды (ДЦП) дауалауҙа күптән ҡулланыла. Ғалимдар раҫлауынса, бер сәғәт аттар менән булыу һөҙөмтәһе буйынса бер аҙна ял йортонда дауаланыуға тиң.

Бал ҡортоноң ағыуы мускулдар ауыртыуы, невралгия, ревматоидлы артрит һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалауҙа булыша. Уның балы һәм балауыҙы ла бик сихәтле.

Йылан ағыуы быуындар һыҙ­лауҙан һәм веналар ауы­рыу­ҙарынан интеккәндәргә ярҙам итә. Онкология сирҙә­ренән дә файҙаһы бар.


Вернуться назад