Дауаханаға… теләп барырлыҡ булһын15.01.2019
Быйыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пациенттарҙың ихтыяжына яуап бирерлек үҙгәрештәр менән һөйөндөрөргә уйлай. Яңылыҡтар медицина учреждениеларының тышҡы һәм эске йөҙөн яҡшыртыуға ҡағыла. Фасадтар, алтаҡталар бер стилдә эшләнергә тейеш. Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте туплаған стендтарҙы, алтаҡталарҙы яҡтыртҡан берҙәм навигация системаһы булдырыласаҡ.

Өлкәндәр, балалар һәм стоматология поликлиникалары буйынса айырым дизайн эштәрен тормошҡа ашырыу күҙаллана. ФАП һәм табиплыҡ амбулаторияларының да үҙ йөҙө булырға тейеш.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы профессионалдарҙан тыш, был мөһим социаль проектта ҡатнашырға теләгән, битараф булмаған һәр гражданды хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Иң яҡшы дизайнды асыҡ тауыш биреү юлы менән республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында һайлай алаһығыҙ.





Вернуться назад