3 ғинуар Стәрлетамаҡтан тәртип һаҡсыһы Павел Зотовтың ял көнө була. Уны ғаилә менән Стәрле йылғаһы буйындағы дачала уҙғара.
Бер мәл ир өйөнән алыҫ түгел ҡурҡыуҙан ҡото осҡан бәләкәй ҡыҙҙы шәйләп ҡала. Ҡыҙыҡай 60 йәшлек олатаһының боҙло һыуға төшөп китеп, сыға алмағанын хәбәр итә. Өлкән лейтенант шунда уҡ ярҙамға ташлана. Бер аҙҙан зыян күреүсене йылғанан тартып сығара. Бәхеткә күрә, бабай артыҡ өшөп өлгөрмәй.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, олатай ейәнсәре менән яр буйлап йөрөгәндә ҡыҙҙың санаһы йылғаға ҡарай шыуып китә. Уны алам тигәнсә, бабай боҙло һыуға сума. Етмәһә, ул астма ауырыуы менән яфалана, шунда уҡ быуыла башлай...
Полицейский Павел Зотов үҙенең кешене ҡотҡарыуы тураһында бер кемгә лә өндәшмәй. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына ҡарт кешенән рәхмәт хаты килгәс кенә уның батырлығы хаҡында белеп ҡалалар.