Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ.Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан төбәктәрҙә төрлө объекттар төҙөлә. Исемлектә белем биреү усаҡтары ла бар. Мәҫәлән, Балтас районының Штәнде ауылында ла шундай ике ҡатлы бина һалына башланы. Унда мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла урынлашасаҡ.
– Бөгөн нимә менән мәшғүл булыуыбыҙҙы бер һеҙ генә һорашмайһығыҙ, – ти “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Феликс Солтанов. – Баҙҙағы эштәрҙе өлөшләтә бөтөүгә стеналарҙы күтәреүгә тотондоҡ. Һәр кем үҙенең бурысына яуаплы ҡарағас, ҡытыршылыҡтарға һәм аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай. Хәйер, хеҙмәткәрҙәр үҙенә йөкмәтелгән бурысты тамамлауға сираттағыһын ала. Шуның нигеҙендә эш хаҡы ала. Дәртләндереү булдырғас, һәр береһе тырыша. Көн үтһә, шул еткән, тиеүселәр арабыҙҙа юҡ.
Әңгәмәсем билдәләүенсә, эшселәргә ҡытлыҡ юҡ. Штәнделәге төҙөлөштә оҫталарҙың күбеһе ошо Балтас районынан, бынан тыш ситтән дә килеп тир түгеүселәр бар. Мәктәп быйыл 1 сентябргә асыласаҡ тип күҙаллана.
Төҙөлөш тәңгәлендә ойошманың тәжрибәһе ҙур. Быға хәтлем уңғандар республикабыҙ ҡалалары һәм райондарында бихисап белем усаҡтары ҡалҡытҡан.
Феликс Фәнил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, объекттарҙы өлөшләтә төҙөү уларға хас түгел, нигеҙ ҡороуҙан алып асҡысты хужаһының ҡулына тапшырыуҙы хуп күрәләр.
Һүҙ ебе төҙөлөш материалдарын ҡайҙан алыуға барып төртөлгәс, бына нимә тине ул:
– Беҙҙең өсөн һайлау мөмкинлеге бик ҙур. Кирбес тиһеңме, цемент булһынмы, туп-тулы. Әлеге лә баяғы, ҡайҙа сифатлы тауар, шунан һатып алырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, тимер-бетон әйберҙәрен Дүртөйлө ҡалаһынан барып алдыҡ, йыраҡ та түгел, хаҡтары ла тешләшмәй.
Әле Штәнде урта мәктәбендә 116 ҡыҙ һәм малай белем ала. Әрҙәгеш, Маты, Мәнәгәҙ һәм Тушҡыр ауылы балаларын ике автобус йөрөтә. Штәнде мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Резеда Исламғәлиева билдәләүенсә, яңы мәктәпте барыһы ла түҙемһеҙләнеп көтә, ул һәр бала һәм уҡытыусы өсөн ҙур бүләк буласаҡ.