Арғаяштар – еңеүсе!06.12.2011
Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда II “Ватаныма дан йырлайым” заманса милли һәм эстрада йыры фестиваленең йомғаҡлау этабы үткән. Сарала өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан 300-гә яҡын башҡарыусы ҡатнашҡан.
Арғаяш районы исеменән Арғаяш балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Эдвина Йомағужина сығыш яһаған. Был төбәктә башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын өйрәнеүсе һәләтле балалар күп. Эдвина “Йөрәк хәтере” номинацияһында беренсе урын яулаған.


Вернуться назад