Медицина тикшереүен бер көндә үтеү мөмкинме?15.01.2019
Эйе, мөмкин, ти Өфөләге 32-се полик­линика табиптары. “Хәҙер беҙ бөтөнләй башҡаса эшләйбеҙ, диспансерлаштырыу үтеү ваҡытын күпкә ҡыҫҡарттыҡ”, – ти улар.

Бында ғәҙәттәге теркәү тәҙрәһе һәм сират урынына электрон терминал эшләй. Талонды алып, көтөү залына үтәһең. Ике минуттан һине саҡырып алып, теркәлгәндән һуң ниндәй тикшеренеү үтергә кәрәклеген аңлаталар. Нисә йәштә булыуыңа ҡарап, тикшеренеүҙәр исемлеге йә оҙоная, йә ҡыҫҡара. Ремонттан һуң коридорҙа юл күрһәткән билдәләр ҡуйылыуы пациенттарға бик оҡшаған. Хәҙер бер кем дә, ары һуғылып, бире бәрелеп, кабинеттарҙы эҙләп йөрө­мәй. Тәүҙә һәр кем стандарт тик­ше­ре­неү үтә: тән ауырлығын, кәүҙә оҙон­лоғон үлсәү, тамырҙан анализға ҡан алыу, электрокардиограмма. Йөрәк эшмәкәрлеген тикшереү һөҙөм­тәһе шунда уҡ кардиологка китә. Барыһы ла тиҙ башҡарыла.

Ғөмүмән, поликлиниканың тышҡы йөҙө генә түгел, эш принциптары тамырынан үҙгәргән. Заманса ҡо­рамалдар беҙ күреп ғәҙәтлән­гәндәренән ныҡ айырыла. Бында диспансерлаштырыу үтергә үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгән кешеләр килә. Был медицина тикшереүенең маҡсаты ла шул бит: сирҙәрҙе иртә асыҡлау. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дис­пан­серлаштырыуҙы 21 йәштән өлкән һәр кем өс йыл һайын үтә ала.


Вернуться назад