Һуңғы осорҙа ғына республикабыҙҙың төрлө райондарында яңы ФАП-тар асылыуына шаһит булдыҡ.
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Талалаевка ауылында тантаналы шарттарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул мәктәп бинаһында урынлашҡан, хәҙер тәүге медицина ярҙамы ауыл халҡына уңайлы шарттарҙа күрһәтелә.
Туймазы районының Яңы Бишенде ауылы халҡы ла фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын көтөп алды. Ул яңы мәҙәни-социаль комплекс бинаһында урын алған. Объектты планлаштырғанда, тейешле санитария ҡағиҙәләре һәм нормалары иҫәпкә алынған. Хәҙерге мәлдә ул халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар менән тәьмин ителгән.