Сертификат менән раҫланған торлаҡ алыуға социаль түләү рәүешендәге дәүләт ярҙамына хоҡуҡтан күп балалы ғаилә (шул иҫәптән тулы булмаған күп балалы ғаилә) түбәндәге осраҡтарҙа файҙалана ала:
= ғаиләлә биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала булыуы төп шарт. Һәр баланың йәше 18-ҙән артмаҫҡа тейеш;
= күп балалы ғаиләнең торлаҡҡа мохтажлығы раҫланған булыуы һәм урындағы үҙидара органында торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә тороуы мөһим;
= күп балалы ғаиләнең Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәүе мотлаҡ.
Сертификат буйынса торлаҡ алыуға социаль түләү ғаиләгә сират буйынса бирелә. Түләүгә хоҡуҡ сертификат менән раҫлана. Был документ күп балалы ғаиләнең социаль түләүҙе Башҡортостан бюджеты иҫәбенән алыуға хоҡуғын нығыта. Сертификат ҡиммәтле ҡағыҙ түгел, һәм ул башҡа кешегә бирелә алмай.
Сертификат Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан рәсмиләштерелә, уны тапшырыуҙы Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙ өҫтөнә алған. Документтың ғәмәлдәге ваҡыты бирелгән мәлдән алып алты ай тәшкил итә. Уны алырға хоҡуғы булған ишле ғаиләләр, ғариза яҙыуҙан тыш, байтаҡ белешмә йыйып тапшырырға тейеш.
Социаль түләү күләме ғәмәлдә булған осорҙа үҙгәреш кисермәй. Сертификат хужаһы вафат була ҡалғанда (йә иһә ғаилә ағзаларының береһе), түләү күләме яңынан иҫәпләнә.