Эшләргә лә эшләргә әле…15.01.2019
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова видеоселектор кәңәшмәһендә илдәге демографик хәл тураһында сығыш яһаны.

Министрҙың әйтеүенсә, Рәсәйҙә уртаса үлем күрһәткесе бер мең кешегә 12,5 осраҡ тәшкил итә. Былтырғы менән сағыштырғанда, 334 кешегә аҙыраҡ тигән һүҙ. Ғөмүмән, илдең 49 төбәгендә үлем кимәленең аҙға ғына булһа ла кәмеүе күҙәтелә.

Сабыйҙар үлеме күрһәткесе, Вероника Скворцова билдәләүенсә, бер мең яңы тыуған балаға биш промилле тәшкил иткән, ә 2018 йыл башында был күрһәткес 5,3 ине.


Вернуться назад