Күптән кәрәк ине15.01.2019
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандар өсөн түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү гарантиялары тураһында белешмә әҙерләне.

Ысынлап та, күптәр һаулыҡты һаҡлау һәм түләүһеҙ медицина ярҙамы алыу буйынса үҙ хоҡуҡтарын белмәй, шул арҡала байтаҡ мөһим процедураға үҙ кеҫәһенән түләргә мәжбүр. Кем мәғлүмәткә эйә, шул үҙен төрлө көтөлмәгән осраҡтарҙа яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа ала.

Белешмә мөһим алты бүлектән тора: “Һеҙгә медицина ярҙамының ниндәй төрҙәре бушлай күрһәтелә?”, “Медицина ярҙамы көтөүҙең һуңғы сиктәре”, “Нимә өсөн түләргә тейеш түгелһегеҙ”, “Түләүле медицина хеҙмәттәре”, “Түләүһеҙ медицина ярҙамына хоҡуҡтарығыҙ боҙолғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?”, “Страховкалау медицина ойошмаларының страховкалау вәкилдәре тураһында нимәне белергә кәрәк”.

Ғөмүмән, белешмә күптәрҙең һорауҙарына тулы яуап биреү менән бергә көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн бик тә әһәмиәтле буласаҡ.


Вернуться назад