Быйыл ниндәй үҙгәрештәр бар?15.01.2019
Тормошобоҙҙо үҙгәртәсәк бик күп федераль закондар ғәмәлгә инде.

Өҫтәмә хаҡҡа һалым ставкаһы (НДС) ике процентҡа артты. Үҙгә­реш­тәр аҙыҡ-түлек тауарҙарына – ит һәм ит аҙыҡтарына (деликатес­тарҙан тыш), һөт һәм ҡош аҙыҡ­тарына, йо­мортҡаға, үҫемлек майына, мар­га­ринға, икмәк ризыҡтарына, ярмаға, онға һәм башҡа төр аҙыҡ-түлеккә ҡағылмай.
* * *
Профессиональ килемгә һалым индереү буйынса тәжрибә бер нисә төбәктә үтәсәк. Ул үҙен үҙе эш менән тәьмин иткән Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә, Татарстанда йәшәгәндәргә ҡағыла.
* * *
Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия ре­формаһы старт алды. Пенсия йәше ҡатын-ҡыҙ өсөн – 60, ир-ат өсөн 65 йәшкә тиклем оҙайтылды. Күсеү осоро 2028 йылға тиклем дауам итәсәк. Пенсия йәше тәүге ике йылда алты айға, ә 2021 йылдан берәр йылға арта барасаҡ. Күсеү осоронда 1959 – 1963 йылғы ир-ат, 1964 – 1968 йылғы ҡатын-ҡыҙ пенсияға сығырға тейеш.
* * *
Пенсияның тупланма өлөшөн формалаштырыуға 2016 йылда индерелгән мораторий 2021 йылға тиклем һаҡлана. Билдәләнгән осорҙа эш биреүселәр ай һайын үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ пенсия страховкаһына күсергән страховка иғәнәләре суммаһы тулы күләмдә страховка пенсияларын финанслауға йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, пенсияның тупланма өлөшөн “туңдырыу” элеккесә һаҡлана.
* * *
Быйыл эшһеҙлек буйынса пособие түләү осоро ҡыҫҡартыла. Тәүге өс айҙа ул уртаса айлыҡ эш хаҡының 75 проценты, артабанғы өс айҙа 60 проценты күләмендә түләнә. Әммә ул пособиеның билдәләнгән максималь дәүмәленән артырға һәм минималь дәүмәленән кәм булырға тейеш түгел. Эшһеҙҙәрҙең ҡайһы бер категориялары (мәҫәлән, тәүге тапҡыр эш эҙләгәндәр) өсөн пособие түләү осоро алты айҙан өс айға тиклем ҡыҫҡартылыуы мөмкин.
* * *
Рәсәйҙәрҙе йәнә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы индексациялау көтә. Ул ике этапта үткәреләсәк. Тәүге тапҡыр тарифтар ғинуар айында — 1,7 процентҡа, икенсе тапҡыр 1 июлдә 2,4 процентҡа арттырыла. Һөҙөмтәлә түләү суммаһы үткән йылдағыса 4,1 процент тәшкил итһә лә, ҡулланыусылар был юлы хеҙмәттәргә күберәк түләйәсәк, сөнки тәүге индексация йыл башында уҡ үткәрелә.


Вернуться назад