Яңы йыл каникулы тамамланды. Кемдер рәхәтләнеп ғаиләһе менән ял итте, күңел асты, ә кемдәрҙер башҡалар байрам иткәндә хеҙмәт урынында булды. Оҙайлы ял көндәре имен-аман үтһен өсөн һәр кем, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә тырышты, әммә һиҙгерлекте һәр кем көн дә юғалтмаҫҡа бурыслы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельниковтың “Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” гәзитендә баҫылған ҡайһы бер мәғлүмәттәре менән таныштырыу күптәр өсөн мөһим булыр, тип уйлайбыҙ.
Былтыр үлем менән тамамланған бәхетһеҙлек осраҡтары һаны декабргә ҡарата 51,7 процентҡа ҡыҫҡарған (28 осраҡ, 2017 йылда – 58). Ҡаты имгәнеүҙәр 19,6 процентҡа кәмегән. Йәшерергә тырышылған 26 бәхетһеҙлек осрағы дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тарафынан асыҡланған. Производствола имгәнеүҙәрҙең аҙая төшөүен хеҙмәт һаҡлау өлкәһендә сараларҙы көсәйтеү һөҙөмтәһе тип ҡарарға кәрәк.
Рәсәйҙең хеҙмәтте һаҡлауҙың алдынғы ысулдарын ҡулланыу буйынса халыҡ-ара кампанияға ҡушылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙ ҙә юҡ, авария, имгәнеү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк.
Әммә әлегә илдә Хеҙмәт кодексындағы “Хеҙмәтте һаҡлау” бүлеген яңыртыуҙы күҙаллаған федераль закон ҡабул ителмәгән. Шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙың яңы тәртибе лә индерелмәгән. Үҙгәрештәр барыһынан да элек хеҙмәт инспекцияһының тикшереү барышына, имгәнеүҙәрҙе һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса сараларҙы финанслау ҡағиҙәләренә, медицина тикшеренеүҙәре үткәреү тәртибенә ҡағылды. Күп кенә осраҡта эш биреүселәргә хеҙмәтте һаҡлау буйынса документтарға үҙгәрештәр индерергә тура киләсәк.
Хәүефһеҙ хеҙмәт урындары булдырыу өсөн республикабыҙҙа ла байтаҡ эш ойошторола. “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы ойошма” тигән республика конкурсының быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылыуы маҡтауға лайыҡ. Бәйге һөҙөмтәһендә төбәк рейтингы төҙөлә. Йыл да хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙғарыла. Былтыр унда алты меңдән ашыу ойошма ҡатнашты. Социаль страховка фонды менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә страховкалаусылар һаны ла артҡан. 2018 йылда өс меңдән ашыу страховкалаусы (бер йыл элек 2,5 мең ине) иҫкәртеү сараларын финанслауға рөхсәт алды. Был – 300 миллион һум тигән һүҙ.
Бөгөн республика предприятиеларында, бөтә илдәге кеүек, хәүефһеҙлек аудитын һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарын тикшереү методикаһы индерелә. Тәүге ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә Асҡын, Баҡалы, Мәсетле, Учалы райондары һәм Өфө ҡалаһы ойошмаларында ҙур булмаған йәрәхәт алыу осраҡтары асыҡланған. Имгәнеү сәбәптәрен анализлау көтөлмәгән бәләләрҙе иҫкәртәсәк.