Яңыртылған клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, сәхнә – барыһы ла халыҡ өсөн.
Яңы йыл байрамы бөрйәндәр өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды — районда бер юлы бер нисә социаль объект сафҡа инде. Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та килде.
Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендәҺуңғы ваҡытта республика етәкселеге тарафынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур хәстәрлек күрһәтелә. Бөрйән үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллинға Зариф Закир улы ике “Ашығыс ярҙам” машинаһының асҡысын тапшырҙы. Медицина учреждениеһының автопаркын яңыртыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Транспорттың береһе Байназар амбулаторияһы һәм паллиатив ярҙам бүлексәһе ҡарамағына биреләсәк. Әйткәндәй, оҙаҡламай өсөнсө автомобилдең дә ҡайтарылыуы көтөлә. Майҙаны буйынса республиканың ҙур райондарының береһе һаналған Бөрйән өсөн был бик мөһим.
Әбделмәмбәт ауылы халҡына Ҡабан йылы бигерәк тә ҙур һөйөнөс алып килде. Бында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
— Ауылда 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Демография күрһәткесе буйынса ыңғай динамика күҙәтелә, былтыр 18 сабый донъяға килде. Элекке ФАП уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгәйне. Даими ремонт үткәрелеп торһа ла, бер талаптарға ла яуап бирмәне. Бигерәк тә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә мейес яғып йылытыуы учреждение хеҙмәткәрҙәренә ауырға тура килде. Модулле ФАП тиҙ ҡорола торған төҙөлөш объекты һанала, шуға күрә ул ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә сафҡа индерелде. Подрядсы — Санкт-Петербургтың “Диаком” йәмғиәте үҙ эшенә яуаплы ҡарап, бинаны ваҡытында тапшырыуға өлгәште.
Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған — ул ике ҙур бүлмәнән тора, һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән йылытыла, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ауылыбыҙҙа яңы ФАП-тың барлыҡҡа килеүенә барыһы ла, бигерәк тә оло йәштәгеләр шат, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нур Усманов.
Мәҙәниәт тә хәстәрләнәӘ Иҫке Монасип ауылы халҡы яңы йылды төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йортонда ҡаршы алды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы сиктәрендә капиталь ремонт һәм учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу өсөн өс миллион һигеҙ йөҙ мең һум аҡса бүленә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бина бөтөнләй яңы төҫ ала.
Иҫке Монасип районда ҙур ауылдарҙан һанала, унда 900-ҙән ашыу кеше йәшәй. Эш табыу мәсьәләһе киҫкен торһа ла, йәштәр йорт һалып, йәнтөйәктә ҡалырға тырыша. Былтыр 15 бала тыуған. Урта мәктәптә 115 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында 36 кескәй тәрбиәләнә.
Иҫке монасиптар — бик дәртле кешеләр, районда уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла уларҙан тыш үтмәй. “Йәҙгәр”, “Гөрөлдәк”, “Йәшлек”, “Хазина” ансамблдәре бөрйәндәргә яҡшы таныш.
— Клубтың торошо ғына күңелде ҡыра ине. 35 йыл элек совет заманында “Ҡыҙыл таң” колхозы һалған ағас бинаның бүрәнәләре сереп, нигеҙе ҡаҡшап, ҡыйшая башлағайны инде. Яҙын-көҙөн ҡыйыҡтан һыу тамсылап та ыҙалатты, газ менән йылытылһа ла, ҡышын бик һалҡын була торғайны.
Район етәкселеге хәстәрлеге арҡаһында мәҙәниәт усағын яңыртыуға ирештек, — тип шатлығын йәшермәй биләмә хакимиәте башлығы Гүзәл Баймырҙина.
Бина әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Тәҙрәләр, ишектәр евроға алмаштырылған, клубтың ҡыйығы ла яңыртылған, тышы заманса материал менән көпләнгән.
— Шуныһы яҡшы, шәхси эшҡыуар Ислам Ҡунафин етәкселегендә эштәрҙе үҙебеҙҙең егеттәр башҡарҙы. Бинаны һүтеп, серегән бүрәнәләрҙе яңыға алмаштырҙылар, нигеҙен дә нығыттылар, иҙәнен дә яңырттылар – бурыстарына бик яуаплы ҡаранылар, — ти Гүзәл Тимерғәли ҡыҙы.
Мәҙәниәт йортоноң эсен бөтөнләй танырлыҡ түгел: ул тулыһынса заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып ремонтланған, яңы ултырғыстар, яңы сәхнә шаршауҙары ҡуйылған, музыка ҡоралдары, аппаратура, сәхнә кейемдәре һатып алынған. Балалар өсөн айырым бүлмә лә йыһазландырылған, кескәйҙәргә бында төрлө тренажерҙарҙа шөғөлләнергә, ҙур телевизорҙан мультфильмдар ҡарарға, ҡоро бассейнда “һыу инергә” мөмкинлек булдырылған. Мәҙәниәт йортоноң ихатаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған — яңы төҙөлгән майҙансыҡта балалар тауышы тынмай, тиҙәр.
Ҡаланыҡынан кәм түгелРеспубликала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” программаһы 2017 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Тәүҙә унда ҡалалар ғына индерелһә, былтыр халҡы мең кешенән күберәк булған ауыл, ҡасабалар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
Район үҙәге Иҫке Собханғолда ете меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауыл йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы йорттар, социаль объекттар ҡалҡып сыға, былтыр 117 бала донъяға килгән. Быға тиклем байрамдар, тантаналар район мәҙәниәт йортонда ойошторола, күп халыҡ йыйылған сараларҙы урамда уҙғарыу өсөн мөмкинлек булмай. Һәм бына бөрйәндәр ошо программа арҡаһында йәнә бер бүләк — үҙәк урамда урынлашҡан мөһабәт сәхнәгә эйә булды. Хәҙер артистарға сығыш яһарға ел-ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел — сәхнәнең ҡыйығы ла бар.
— Конструкцияның хаҡы ике миллион дүрт йөҙ мең һум. Уны ҡорған подрядсылар – Өфө ҡалаһының “Селена” йәмғиәте эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы. Яҙ еткәс, сәхнәнең тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре көтә, — тине хакимиәттең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенең баш белгесе Иршат Ейәнбаев.
Иҫке Собханғолда булған һәр кем уның иҫ киткес гүзәл ерҙә урынлашҡанына һоҡланмай ҡалмайҙыр. Ауыл эргәһенән генә аҡҡан Ағиҙел йылғаһы, ҡая-таштар уға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәй. Туристар ҙа, ауыл халҡы ла бында ял итергә ярата. Әммә ошоғаса яр буйы төҙөкләндерелмәгәйне. Һәм бына программа арҡаһында боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ағиҙел йылғаһы буйы яҡтыртылды. 2,4 километр арауыҡта энергияны күп сарыф итмәгән диодлы 87 яҡтыртҡыс ҡуйылды.
— Был программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән, унда артабан да ҡатнашырға күҙаллайбыҙ, киләһе йыл эскәмйәләр, беседкалар урынлаштырып, халыҡҡа махсус ял итеү урындары булдырырға ниәт итәбеҙ, — ти Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте башлығы Раян Шаһниязов.
Бына шундай ҡыуаныслы ваҡиғалар алып килде яңы 2019 йыл бөрйәндәргә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин “Ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртырға” тигән бурыс ҡуйғайны үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә. Был юҫыҡта Бөрйәндә барыһы ла эшләнә тип ҡыйыу әйтергә була.