Учалылағы фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев әле дарыуҙар ярҙамында йоҡола, хәле ауыр, тип белдерҙе урындағы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Арыҫлан Фәйзуллин.
– Пациенттың яурыны, ҡул суғы, үпкәһе, ашҡаҙаны яраланған, – тине ул. – Урындағы дауахананың хирургтары һәм травматологтары иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем операция эшләне. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре консультация бирҙе. Бөгөн улар тағы ла килеп, пациенттың хәлен баһалаясаҡ. Әлегә ниҙер фаразларға иртәрәк. Яра бик ҙур, операция оҙайлы, барыһы ла пациенттың үҙенә бәйле.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ул йәшәһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ.