Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрамда журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов тәбрикләне.
Ул үҙ сығышында республика матбуғатының күп милләтле, үҙенсәлекле булыуын билдәләне, хеҙмәтен мөкиббән яратҡан һөнәр оҫталарының ижади үрҙәргә ынтылып, уртаҡ маҡсатта берҙәм эшләүен баһаланы.
Байрамда тармаҡ алдынғылары Рәсәй һәм республика кимәлендәге мәртәбәле исемдәр, рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары алып ҡыуанды.
“Башҡортостан” гәзите журналистары ла, һәр ваҡыттағыса, һынатманы. Беҙҙең ике коллектив хеҙмәт – беренсе, берәүһе икенсе урынға лайыҡ булды, шулай уҡ хеҙмәттәшебеҙ, мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.