Сибайҙың карьер эргәһендәге бер нисә кварталын йәнә ағыулы томан ҡапланы. Был турала социаль селтәрҙә урындағы халыҡ хәбәр итте.
Мәғлүм булыуынса, йыл аҙағынан бирле ҡалала әүҙем әҙерлек режимы ғәмәлдә ҡала. Бында көкөрт еҫе сәбәптәрен бөтөрәләр. Бөгөн иртән Граждандарҙы яҡлау идаралығы томан һәм көкөрт еҫе таралыу мөмкинлеге тураһында иҫкәрткәйне. Белгестәр урамға һирәгерәк сығырға, респираторҙар ҡулланырға, биналағы һауаны дымландырып торорға, күберәк шыйыҡса эсергә кәңәш итте.
Быҫҡып ятҡан руда тоҡомо ятҡылығына әле махсус ҡатнашма түгәләр. Әммә ҡалала әленән-әле көкөрт еҫен тоялар. Урындағы етәкселек, экологтар һәм табиптар әйтеүенсә, халыҡтың һаулығына зыян юҡ. Күсмә лабораториялар ҙа һулар һауала зарарлы матдәләр миҡдарының артыуын теркәмәй.