“Руспродсоюз” аҙыҡ-түлекккә хаҡтың яҡынса һигеҙ процентҡа артыуын күҙаллай. Бының төп сәбәбе – өҫтәмә хаҡҡа һалым ставкаһын, яғыулыҡ-майлау материлдары хаҡын һәм төп ставканы күтәреү.
“Руспродсоюз” дирекцияһы ағзаһы Дмитрий Востриков әйтеүенсә, һалымдың ике процентҡа артыуы тауарҙар үҙҡиммәтенең 4 – 12 процентҡа ҡиммәтләнеүенә килтерҙе. Аҙыҡ-түлектең ҡыйбатланыуына сәбәпсе булған икенсе фактор – Үҙәк банктың төп ставканы күтәреү тураһындағы ҡарары. Бының һөҙөмтәһендә коммерция кредиттары буйынса ставканың үҫеүе көтөлә.
Яғыулыҡ-майлау материалдарына тарифтың күтәрелеүе арҡаһында логистика сығымы ла арта. Шул уҡ ваҡытта яғыулыҡ хаҡын тотҡарлауға бәйле Рәсәй Хөкүмәте менән нефть компаниялары араһында килешеүҙең ҡасан төҙөлөүе әлегә билдәһеҙ.