Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты исеменән Учалылағы фажиғәлә вафат булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Фажиғә бөтә републиканы тетрәндерҙе. Вафат булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашам. Дәүләт Йыйылышы килеп тыуған хәлде урында өйрәнәсәк. Был маҡсат менән Учалыға урынбаҫарым Эльвира Айытҡолова юлланды, – тине Константин Токачев. – Беҙҙең төп бурыс – бәләгә тарыусыларға оператив ярҙам күрһәтеү. Өс ғаиләлә ете бала етем ҡалды. Тәү сиратта уларҙы урынлаштырыу, уларға матди ғына түгел, ә психологик ярҙам күрһәтеү зарур. Шулай уҡ дауаханалағы яралы ирҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Константин Толкачев әйтеүенсә, фажиғәнең төп ғәйепсеһе үҙ-үҙен язаға тарттырған, тик был хәлде тикшерергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмай.