Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт – сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтеү талабы тураһында тағы ла иҫкәртте.
Уның фекеренсә, ҡала халҡы өсөн был хаҡ – 70 һумдан, ауылдағылар өсөн иһә 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.
– Социаль-иҡтисади хәлгә, халҡыбыҙҙың йәшәү шарттарына бәйле был һандарҙы аныҡ әйткәйнем инде – 70 һәм 35 һум. Мине ишетегеҙ, бүтән һандарҙы ҡабул итмәйем, – тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев әйтеүенсә, әле 100 һумға тиклемге хаҡ билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, 70 һумлыҡ иң юғары күрһәткес буйынса күрһәтмә үтәләсәк.
Әйткәндәй, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн квитанциялар республика халҡына 25 ғинуарҙан килә башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта идарасы компанияларҙан яңы түләү ҡағыҙҙарын әле үк алыу осраҡтары бар.
– Кемдәрҙер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы килә, ошондай осраҡтарҙы мотлаҡ тикшереп, башҡаларға һабаҡ булырлыҡ итеп, ҡәтғи сара күрәсәкбеҙ. Мәсьәләне махсус контролгә алыуҙы һорайым – ике тапҡыр түләү осраҡтары булмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәт башлыҡтарына йыл аҙағына тиклем биләмәләрҙе контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Республика уларҙы йыһазландырыу буйынса сығымды ҡапларға әҙер. Әле 10 меңдән ашыу контейнер майҙансығы асыуға ихтыяж бар, 20 меңдән ашыу контейнер кәрәк.
Республикала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформаны тормошҡа ашырыуға контроль өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде.
25 ғинуарҙан төбәктә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән ошо өлкәләге хәлгә анализ буйынса кәңәшмәләр үткәрелә башлаясаҡ.