"Етем ҡалған сабыйҙарға нимә тип әйтергә лә белмәйем"14.01.2019
Гөлсиә менән Зариф Хилажевтар – сәнғәт кешеләре. Ҡатын "Башҡорт йыры" конкурсы лауреаты булараҡ халыҡҡа билдәле. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған һылыу мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай – матур йырлай, бейей, байрам, юбилей сараларын алып бара. Ә ғаилә хужаһы иһә "Байыҡ" бейеү фестивалендә гран-при алған. Уларҙың ете йәшлек ҡыҙы һәм өс йәшлек улы үҫә.

"Башҡорт йыры" һәм "Байыҡ" телевизион конкурстары проекты авторы Рита Өмөтбаева социаль селтәрҙә: "Күңелгә шул тиклем ауыр һәм ҡыйын. Ни өсөн эскелектән бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡаза күрә? Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Етем ҡалған сабыйҙарға нимә әйтергә лә белмәйем. Хоҙайым Раббым үҙе уларҙы һаҡлаһын", – тип үҙенең ҡайғы уртаҡлашыуын белдерә.






Вернуться назад