Дүшәмбе, 28 майҙа, Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Белорет ҡалаһының 250 йыллығы уңайынан ҙур байрам ойошторола.
Мәҙәниәт һарайы фойеһында көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡаланың тарихын һәм социаль-иҡтисади хәлен сағылдырыусы “Белорет: кисә, бөгөн, иртәгә” тигән күргәҙмә эшен башлаясаҡ. Унда Белорет металлургия комбинаты, “СТИН” етештереү компанияһы, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы кеүек сәнәғәт компаниялары, социаль өлкә ойошмалары үҙ экспозицияларын ҡуя. Шулай уҡ сувенирҙар һатып алыу, ҡаланың аҙыҡ-түлек һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының продукцияһын ауыҙ итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Киске 7-лә иһә ҙур концерт ойоштороласаҡ. Унда райондан сыҡҡан халыҡ артистары Роза Аҡкучукова, Риф Ғәбитов, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айҙар Хәмзин кеүек билдәле сәхнә оҫталары, ижади коллективтар сығыш яһай.
Инеү бушлай. Күркәм байрамдан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.