Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, һанлы тапшырыуҙарға күсеү – бик ыңғай реформа, тик әлегә халыҡ был турала тулыһынса белеп бөтмәй, мәғлүмәт аҙ.
“Һанлы тапшырыуҙарға күсеү – ыңғай реформа. Тик беҙ был турала һөйләмәйбеҙ. Реформаның мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен кешегә аңлатырға, буласаҡ сифатты күрһәтергә кәрәк. Шартлы алғанда, былай тиергә кәрәк: “Инәй, элек тегеләй ине, хәҙер былай буласаҡ. Шунса канал күрһәтәсәк”, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш ул яуаплы чиновниктарға муниципалитет башлыҡтары өсөн һанлы тапшырыуға күсеүҙең мәғәнәһен аңлатыусы махсус пособие булдырырға ҡушты.