Кеше ҡайғыһын файҙаланып...14.01.2019
Силәбе өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Магнитогорск ҡалаһындағы шартлауҙан файҙаланып, зыян күргәндәр өсөн аҡса йыйырға “маташыусыларҙан” һаҡ булырға саҡыра. Министрлыҡта белдереүҙәренсә, зыян күргәндәргә ярҙам бушлай күрһәтеләсәк.

Өлкә хөкүмәте уларға матди ярҙам күләмен билдәләгән. Һәләк булғандарҙың ғаиләһенә бер миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Ауыр һәм уртаса тән йәрәхәттәре алғандарға – 400 мең һум, еңелсә йәрәхәтләнгәндәргә 200 мең һум бирәләр. Бынан тыш, кеше башына 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр ярҙам бүлеү ҡаралған. Ерләүҙе ойоштороуға 31,5 мең һум ҡаралған.


Вернуться назад