Ял итә беләбеҙме?14.01.2019
Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы каникулдарҙы күңелле лә, файҙалы ла үткәрҙе.

Ырымбур ҡалаһына сәйәхәт, “Лимпопо” аквапаркында ял итеү, бассейнда һыу инеү, декоратив шарлауыҡтар VI класс уҡыусыларында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙҙәрен сәйәхәткә алып сыҡҡан класс етәкселәре Гөлназ Әҙеһәмоваға улар рәхмәтле. Ғөмүмән, гимназия уҡыусылары өсөн республиканың төрлө ҡалаларына сәфәр ҡылыу яңылыҡ түгел, ата-әсәләр ҙә балаларының донъя күреп, өр-яңы тәьҫораттар менән ҡайтыуынан ҡәнәғәт.




Вернуться назад