Таксист ҡасып ҡотолған...14.01.2019
13 ғинуарҙа Учалы районындағы фажиғә бөтә Рәсәй халҡын шаңҡытты.

34 йәшлек ләх иҫерек Артур Ибраһимов таксистан йортона тиклем алып барыуын үтенә. Килеп еткәс, ул эргәһендә аҡсаһы булмауын, тиҙҙән алып сығасағын вәғәҙә итеп, телефонын ҡалдыра.

– Биш минуттан ҡатыны, ни өсөн уны алып килдегеҙ, тип йүгереп килеп сыҡты, – тип һөйләй таксист. – Тәүҙә бер нәмә лә аңламаным, унан күтәрмәнән ҡулына ҡорал тотоп сығып килгән ирҙе күргәс, ҡуҙғала башланым. Ул тәгәрмәскә атып ебәргәс, машинанан сығып ҡаса башланым. Ҡайҙа йүгергәнемде үҙем дә белмәйем. Һуңынан 112 номеры буйынса полицияға хәбәр иттем.





Вернуться назад