Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға ҡағылған мәсьәләне тикшергәндә чиновниктарға йәй тураһында уйлана башларға ҡушты.
– Ҡар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре эш тәртибендә көйләгән ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш. Туҙанға ҡаршы көрәшкә әҙерләнә башларға кәрәк. Өфө өсөн был – проблема, – тине төбәк етәксеһе.