Ете бала ҡалды14.01.2019
Ете бала ҡалдыМәғлүм булыуынса, 13 ғинуарҙа Учалы ауылында өс кеше үлтерелгән һәм берәү үҙ-үҙенә ҡул һалған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, фажиғә ҡорбандарының ете балаһы ҡалған.

– Ваҡиғаның хәл-шарттарын асыҡлау өсөн урынбаҫарым Эльвира Айытҡолова Учалыға юлланды, – тине ул. – Беҙҙең төп бурыс – зыян күргәндәргә ярҙам итеү. Өс ғаиләлә ете бала ҡалды. иң элек уларҙы урынлаштырыу, матди, психологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тора. Дауаханалағы ирҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләү шарт.


Парламент спикеры әйтеүенсә, ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса комплекслы программа төҙөү, ҡорал әйләнешен сикләү һәм уға етди контроль булдырыу мәсьәләләре көнүҙәккә әүерелә.

– Психикаһы тотороҡһоҙ кешенең ҡулына ниңә ҡорал тотторолған? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына кешенең психик хәле тураһындағы белешмә ҡағыҙҙары, тейешле тикшереү үткәрмәйенсә, бирелә. Һөҙөмтәлә – сираттағы фажиғә, – тине Константин Толкачев.







Вернуться назад