Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһе14.01.2019
Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһеБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, Учалы ауылындағы фажиғәнең сәбәбе оҙайлы Яңы йыл ялдарына бәйле булыуы ихтимал.

“Кисә бик резонанслы хәл теркәлде. Учалы ҡалаһындағы үлтереш. Был кешеләрҙең оҙайлы ваҡыт эсеү эҙемтәләренең береһе. Мәғлүмәттәрҙән аңлауымса, фажиғә сәбәптәренең береһе – эскелек”, – тине ул.


Шулай уҡ Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала алкоголь менән ағыуланыусылар һаны ла артты. Был проблема менән көрәшеү өсөн комплекслы программа кәрәк.


Вернуться назад