Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында бөгөн йәнә газ шартлау сәбәпле күп ҡатлы йорт емерелгән. Хабаров урамындағы 16-сы йорттоң 9-сы ҡатында булған шартлау. Йорттың ике ҡаты – 8-се һәм 9-сы — ишелеп төшкән, етенсе ҡатта стеналар сатнаған. Әле емереклектәр аҫтында алты кеше ҡалғаны билдәле. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер кеше һәләк булған, ете кеше ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан тере ике йәшлек баланы һәм уның әсәһен сығарған.
Барлығы йортта 72 фатир иҫәпләнә, 4-һе зыян күргән. Емерек бинанан 140 кеше эвакуацияланған.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, шартлауҙың сәбәбе – әлеге лә баяғы газ ҡорамалдары менән дөрөҫ файҙаланмау. Ҡасанға тиклем дауам итер был хәл? Яуаплыраҡ булыу өсөн тағы күпме ҡорбандар кәрәк? Уйланырға урын бар...