Балалар юғалған...14.01.2019
Балалар юғалған...Йыл һайын илдә полиция органдарына балалар юғалыуы тураһында унар меңләгән ғариза тапшырыла. Һуңғы биш йылда 40 меңгә яҡын бала табылған, уларҙың 13,5 самаһы сабыйҙар. Дөйөм алғанда, йыл һайын енәйәт эштәренең 10 проценты балалар юғалыу сәбәпле ҡуҙғатыла. Был мәсьәләлә эште тиҙләтеү һәм яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн мобиль телефондарҙың геолокация мәғлүмәттәре бик файҙалы буласаҡ. Ул юғалған баланы тәүге сәғәттә һәм хатта минутта табырға ярҙам итеүе ихтимал.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ошоларҙы күҙ уңында тотоп, ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында, мобиль телефондарҙағы геолокация мәғлүмәттәрен файҙаланыу мөмкинлеген биргән закон проекты тәҡдим итте. Уны депутаттар тәүге уҡыуҙа бер тауыштан хупланы.

Закон проекты юғалған баланы эҙләү процедураһын еңеләйтеүҙе һәм тиҙләтеүҙе, шулай уҡ ата-әсәнең ғаризаһы һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген алып барыусы орган етәксеһе ҡарары буйынса тиҙ арала геолокация мәғлүмәттәрен файҙаланыуҙы тәҡдим итә. Әгәр мобиль ҡорамалдың сим-картаһы икенсе кеше исемендә булһа, уның яҙма ризалығы талап ителә.





Вернуться назад