Амур өлкәһенең Васильевка ауылында була был хәл. Туғандары ҡатынды үлгән тип уйлап полиция хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итә. Ә уныһы табиптарҙы саҡырып тормай, ҡатынды мәйетханаға оҙатыу сараһын күрә.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң санитар ҡатындың тере булыуын шәйләп ҡала һәм "мәйет"те тиҙ арала реанимацияға оҙаталар. Табиптар уның ғүмере өсөн ике сәғәт самаһы көрәшһә лә, ҡотҡара алмай. Үлемдең сәбәбе – ҡатын ағыуланған.
Бәлки, бәләгә тарыусыны ваҡытында дауаханаға оҙатһалар, бындай фажиғә булмаҫ та ине. Әле тәртип һаҡлау органдары был хәлде тикшерә.