Хаҡлы ялдағыларға капиталь ремонт өсөн компенсация алыуҙы еңелләштергән закон проекты Дәүләт Думаһында икенсе уҡыуҙа ҡаралды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары әҙерләгән документ Рәсәй Торлаҡ кодексының 171-се статьяһына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тота.
Документҡа ярашлы, закон ҡабул ителһә, граждандар компенсация алыр өсөн ай һайын капиталь ремонт өсөн түләүен раҫлаған документ тултырмаясаҡ. Шулай уҡ граждандың бурыстары тураһындағы мәғлүмәтте төбәк операторы биш тәүлек эсендә бирергә тейеш буласаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектын йәнә иртәгә өсөнсө уҡыуҙа ҡараясаҡ.