Яңы йыл байрамы көндәрендә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 1,6 меңдән ашыу кешене бәлә-ҡазанан ҡотҡарған.
ТАСС агентлығының хәбәр итеүенсә, илдә яңы йыл каникулдары осоронда ике ғәҙәттән тыш хәл, 104 хәүефле хәл-ваҡиға, 5,4 меңдән ашыу техноген янғын осрағы теркәлгән. Министрлыҡтың янғын-ҡотҡарыу подразделениелары берҙәмлек һәм оперативлыҡ һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.