Илдең төҫлө металлургияһы флагманы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса махсус программа һөҙөмтәле эшләй.
Уға ярашлы, хеҙмәткәрҙәр 10 процент иғәнә индерә, ҡалған 90 процентын предприятие түләй. Программала ҡатнашыусы сумманы 10 йыл эсендә комбинатҡа кире ҡайтара.
Ошо көндәрҙә Үҙйылға руднигының өс шахтеры фатирлы булды.
— Комбинатта 2016 йылдан эшләйем. Быға тиклем олатайым менән өләсәйемдә йәшәнем. Программала ҡатнашып, фатирлы булыуыма бик шатмын. Йәштәрҙе шулай хәстәрләгәндәре өсөн предприятие етәкселегенә ҙур рәхмәт, - тип шатлығын йәшермәй Үҙйылға руднигының ПДМ машинисы Рәүил Хәйерваров.
Әйткәндәй, 2018 йылда ошо программа сиктәрендәт ун таусы фатирлы булғайны.