Шәкәр сире менән яфаланыусыларҙы быйыл һәйбәт яңылыҡ көтә: инсулин ҡаҙау өсөн ҡулланылған амбулатор кәрәк-яраҡтар льготалы медицина изделиелары исемлегенә индерелде.
2018 йылдың ноябрь айында донъя күргән тикшеренеү һөҙөмтәләренә ярашлы, 2030 йылға донъяла 79 миллиондан ашыу кеше инсулинға мохтажлыҡ кисерәсәк. Әгәр ҙә препарат етештереү күләме элекке кимәлдә ҡалһа, уларҙың ни бары яртыһын ғына дарыуҙар менән тәьмин итеп буласаҡ. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ер шарында 422 миллион кеше диабеттан яфа сигә.