Ғинуар “холҡон күрһәтә”13.01.2019
Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә, 14 ғинуарҙа, һауа шарттары насарая.

Төбәгебеҙ биләмәһендә ҡарҙың күпләп яуыуы, ел көсәйеүе, автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Һауа температураһы – 8 – 13 градус һалҡын.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра: “Тайғаҡ юлда йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, машиналар араһында ҙурыраҡ ара һаҡларға тырышығыҙ. Тиҙлекте һаҡлағыҙ. Алдағы автомобиль менән ара ғәҙәттәгенән ике-өс тапҡыр ҙурыраҡ булырға тейеш”.



Вернуться назад