Аҡ ниәттәр менән алға барайыҡ!13.01.2019
Төнгө сәғәт 12-лә иҫкесә Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ. Уны имен-аман, изге ниәт-маҡсатта ҡаршыларға яҙһын, артабан да бергә ҡалайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Ваҡыт – тормоштағы иң ҙур ниғмәт. Һәммәбеҙ ҙә уның ҡәҙерен беләйек, ғүмеребеҙҙең һәр сәғәтен, көнөн файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ. Яңы йыл башы – үткәндәргә әйләнеп бағып, тормошобоҙ, башҡарған эш-ғәмәлдәребеҙ хаҡында уйланыр, һығымта яһар мәл. Дөрөҫ йәшәйбеҙме? Ниндәй уңыштарға өлгәшкәнбеҙ? Ҡайһы ғәмәлде үтәргә өлгөрмәгәнбеҙ, быға ни сәбәпсе булған? Күңелде ниҙер “тырнап” тора икән, унан нисек ҡотолоп, яңы һулыш менән йәшәп китергә?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләү киләсәккә ышаныслыраҡ аҙым яһарға булышлыҡ ҡылыр. Иң мөһиме – күңелебеҙ яҡты, маҡсаттарыбыҙ изге булһын. “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йылды яҡты хыял-теләктәр, өмөт-ышаныс, күркәм маҡсаттар менән башлайыҡ, гелән юғарыға ынтылып йәшәйек, бергә һәм берҙәм булайыҡ!


Вернуться назад