Рәсәй Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусыларға һәм табиптарға бүләк тапшырыу рөхсәт ителә. Исемлеккә ярашлы, тыйыу ҡағиҙәһе дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән чиновниктарға ғына ҡағыла. Был хаҡта Рәсәйҙең “Новости” мәғлүмәт-аналитика агентлығы хәбәр итте.
Үҙгәрештәр коррупцияға ҡаршы закондарға индереләсәк, сөнки вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуға юл ҡуймау өсөн, чиновниктарға ҡиммәтле бүләктәр алыу тыйылды. Шулай итеп, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә 3 мең һумдан ҡыйбатыраҡ бүләк бирергә ярамай. Рөхсәт ителгән бүләктәр исемлеге һуңыраҡ билдәле буласаҡ.