ОСАГО-ға хаҡ артты13.01.2019
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә страховка компаниялары еңел автомобилдәр өсөн база тариф ставкаһын 15-20 процентҡа күтәрҙе. Иң ҙур ставка хәҙер 4736 – 4924 һум тәшкил итә, иң бәләкәй тариф иһә – 3706 һум.

Әлегә был үҙгәрештәр илебеҙҙең тотош биләмәһендә индерелмәгән. Мәҫәлән, Новосибирск, Ульяновск, Силәбе, Түбәнге Новгород, Красноярск, Иркутск өлкәләрендә, Яҡут, Дағстан республикаларында һәм башҡа төбәктәрҙә “АльфаСтрахование” клиенттары өсөн база тарифы 15 процентҡа артты.

Шул уҡ ваҡытта “Росгосстрах”, “Ингосстрах”, “РЕСО-Гарантия” һәм ҡайһы бер башҡа страховкалаусылар әлегә яңы тарифтарҙы ҡулланмай.



Вернуться назад