Өфө аэропортында һауа шарттарының насарлығына бәйле бер нисә рейс туҡтатып торолдо.
Мәҫәлән, төндә 47 пассажир Төмәнгә оса алманы, рейс ваҡыты бөгөнгө 11.45 сәғәткә күсерелде. Йәнә Мәскәүгә юлланасаҡ 320-нән ашыу пассажирҙың да сәфәре тотҡарланды. Өфө – Пулково (Санкт-Петербург) рейсы ла бөгөн төштән һуң ғына республиканан ҡуҙғаласаҡ, унда – 128 пассажир.
“Былар барыһы ла төнгө рейстар ине. Федераль авиация ҡағиҙәләре талабы буйынса, тотҡарланырға мәжбүр булған бөтөн пассажирҙар ҡунаҡханаларға урынлаштырылды, аҙыҡ менән тәьмин ителде”, – тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән.
Әле эш көйләнгән, барлыҡ рейстар үҙ ваҡытында ҡуҙғала.