Сәләм, “9-сы ҡат”!13.01.2019
Бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө. Ошо уңайҙан барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ!

Байрам алдынан “9-сы ҡат” тип аталған Башҡортостан журналистары клубының беренсе осрашыуы үтте (был атама союз идаралығының Матбуғат йортоноң туғыҙынсы ҡатында урынлашыуына бәйле). Сарала тармаҡ ветерандары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, алдынғы һөнәр оҫталары, матбуғат хеҙмәттәре вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.

– Ошондай осрашыу мөмкинлеге булдырылыуға ифрат шатмын, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Журналистарыбыҙҙың ижади уңыштары һөйөндөрә. Халыҡҡа мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында йышыраҡ хәтерләтеп торһағыҙ ине, ә беҙ идеяларығыҙҙы хуплаясаҡбыҙ, тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡыласаҡбыҙ.

Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәковтың әйтеүенсә, яңы ойошторолған клуб һөнәрҙәштәрҙе берләштерер үҙәккә, осрашыу, фекер алышыу, “оҫталыҡ кластары”, күргәҙмәләр үткәреү майҙансығына әүерелергә тейеш. Күҙалланған аудитория – союздың барлыҡ ағзалары, йәғни 1600-ҙән ашыу кеше.

Осрашыуҙа клубтың рәйесе һайланды. Ул – Журналистар союзы консультанты, тармаҡ ветераны, бер нисә китап авторы Мәүлиҙә Яҡупова.


Вернуться назад