Өфө ҡалаһы хакимиәте “Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты” өсөн яңы тарифты раҫланы. Яңы йылдан ҡәбер ҡаҙыу ҙа ҡыйбатлана.
Әлбиттә, миҙгеленә ҡарап. Мәҫәлән, йәйге осорҙа оҙонлоғо – ике, киңлеге метр ярым ҙурлыҡтағы ҡәберҙе әҙерләү 5 160 һум, ҡыш 5 760 һум торасаҡ. Былтыр тариф 13 процентҡа арзаныраҡ булған.