Ҡыш һалҡынын да һиҙмәй, Күгәрсендәр гөрләй!12.01.2019
“Барыһы ла беҙҙә – балаларға!” Был һүҙҙәр һәр заман өсөн дә көнүҙәк. Күгәрсен районында бер юлы ике мәғариф учреждениеһы асылыуы – ошоға аныҡ дәлил.

Волостновка ауылында капиталь ремонттан һуң мәктәп сафҡа инде. Ул барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, яҡшы уҡыу, дәртләнеп эшләү өсөн бөтөн шарттар булдырылған.

“Яңы бина белем сифатын тағы ла арттырыуға, ижади һәләттәрҙе киңерәк үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирһен”, – тип теләне мәктәпте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев.

Йомағужала иһә 250 кешегә иҫәпләнгән “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы асылды. Ул – биш мең кеше йәшәгән ауылда берҙән-бер мәктәпкәсә учреждение. Заманса бинала кескәйҙәр өсөн бөтөн уңайлыҡтар булдырылған.

Урындағы хакимиәттә әйтеүҙәренсә, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы, райондың Воскресенск ауылында ла балалар баҡсаһы төҙөлә.



Вернуться назад