“Тыуған яғымдағы һуңғы көн ваҡиғаларға бик бай булды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ойошма рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин мине йылы ҡаршыланы һәм ҡотланы. Һеҙҙең терәк-таяныс булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!”
Ошондай ихлас һүҙҙәр яҙҙы яҡташыбыҙ, талантлы йәш йырсы Рушана Вәлиева “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Данир Әхмәҙи улы ла осрашыуҙан алған күркәм тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты: “...Иҫ киткес һөйкөмлө, әҙәпле башҡорт ҡыҙы! Уңыштар, Рушана! Һинең барыһы ла алда!”